Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайында «Бабич» фильмы ҡаралды

Башҡортостан ерле мөхтәриәте иғлан ителгән, халҡыбыҙ яҙмышында хәл иткес тәүге ҡоролтайҙар үткән Ырымбур ерендә йыйылдыҡ бөгөн.
Теүәл бер быуат та ике йылдан һуң өлкә театры бинаһында ҡоролтай — «Каруанһарай» Ырымбур өлкә башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәтенең йыйыны үтә.
Сарала «Бабич» нәфис фильмын ҡарау, пленар ултырыш, Сибай дәүләт филармонияһының концерты ҡаралған.